Внеклассное мероприятие «На стране детства»

Автор: Аккужина Фарига Гатиятовна

Организация: МОБУ СОШ д.Юмагужино

Населенный пункт: Республика Башкортостан, Зилаирский район, д. Юмагужино

Маҡсат.Балаларҙы башҡорт халыҡ ижадын өйрәнеүгә йәлеп итеү,ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү,халыҡ ижады нигеҙендә ыңғай кешелек сифаттары тәрбиәләү,Тыуған яҡҡа,халыҡ ижадына һөйөү тәрбиәләү.

Йыһазландырыу.Тирмә макеты,балаҫтар.,сигелгән таҫтамалдар,Аҡ ҡайын макыты,сәңгелдәк,боронғо һауыт-һабалар,шарҙар.

Кисә барышы

Залдың иң мөйөшөндә тирмә ҡоролған. Тирмә эсе балаҫтар, сигелгән таҫтамалдар менән биҙәлгән. Тирмә эргәһендә балаҫ йәйелгән. Аҡ ҡайын ултыра. Сәңгелдәк эленгән. Тирмәнең һул яғында боронғо һауыт-һабалар (еҙ самауыр, батман, тас, балсыҡ көршәк) ҡуйылған.

Талғын ғына ҡурай моңо ишетелә. Бер бала уйынсыҡ ҡурай тотоп уртаға сыға һәм ҡурай уйнауҙы сәхнәләштерә.Көй уйналып бөтөүгә балалар түңәрәккә баҫалар.

1-се уҡыусы

-Ҡурай тауышын ишетеп ,

Беҙ сығабыҙ болонға.

-Ҡурайсы менән бергәләп,

“Кем һуҡты”лы уйнарға.

Һай-һай-һай-һай!

Матур йәшел болонда

Уйнап алайыҡ шунда.

Ҡурайыңды беҙгә бир ҙә

Үҙең ҡарама бында

2-се уҡыусы

-Түңәрәк буйлап тауышһыҙ

Беҙ йүгереп йөрөйбөҙ.

-Шауламағыҙ,шауламағыҙ,

Һуғып алайыҡ беребеҙ.

Һай-һай-һай-һай!

Мин дә түгел,мин дә түгел,

Кем һуҡҡанын үҙең бел!

Ҡурайсы кем һуҡҡанын белергә тейешДөрөҫ күрһәтмәһә,һөнәрен күрһәтә.

(Уйын бер-нисә тапҡыр ҡабатлана)

3-сө уҡыусы.

Ҡарап тормай ара йыраҡҡа

Дуҫтар килгән беҙгә ҡунаҡҡа.

Дуҫлыҡ беҙҙең тормош биҙәге

Дуҫлыҡ беҙҙең байрам биҙәге.

4-се уҡыусы.

Бөгөн беҙҙә оло байрам

Ҡунаҡ килде,ҡунаҡ килде

Хөрмәт менән ҡунаҡтарҙы

Ҡаршы ала Ҡыпсаҡ ере!

Алып барыусы. Байрам булғас уйнағы,йырлағы килеп китте.Әйҙәгеҙ”Тәңкә һалыш” уйынын уйнап алайыҡ.

Тәңкә һалыусыны һанамыш менән билдәләйбеҙ.Кем һанап күрһәтер? Һанамыш әйтелә,тәңкә һалыусы билдәләнә.Бер уҡыусы ҡарамай тора.Тәңкә һалыусы бейеү көйө аҫтында тәңкә һала

Тәңкә һалыусы.-Тәңкә кемдә? (Уҡыусылар уйынды дауам итәләр.Дөрөҫөн әйтмәһә”яза” ала.)

Башҡорт халыҡ ижады быуаттар буйы һаҡланып,быуындан-быуынға күсеп килеүсе аҫыл ҡомартҡы,ҡиммәтле хазина,изге аманат,халыҡ хәтере.

Әйҙәгеҙ,йомаҡтар ҡойошоп алайыҡ.

Йомаҡ әйтеш уйыны.

-Балалар, бәхет ҡапҡаһын үрелеп асам тиһәң-ҡолаҡ һал ололар һүҙенә.Оло һүҙен тыңлаған-ҡырын ятып йырлаған,ти боронғолар.Ата-бабаларыбыҙҙың аҡыллы кәңәштәрен,зирәк киҫәтеүҙәрен дә иҫкә төшөрәйек.

-Ишек алдын урамға ҡарап һепермә,байлығың таралыр

-Мунсала һыу эсмә,эсең ауыртыр

-Ергә ятып йоҡлама,сирләрһең.

-Утҡа төкөрмә,ауыҙың ҡутырлар

-Сәсеңде теләһә ҡайҙа ташлама,ҡош оя ҡорор,башың ауыртыр

Шыу-шыу шыуҙырмаҡ уйыны.

Балалар түңәрәк яһап,аяҡ бөкләп,бер-береһенә һыйынып ултыра.Бер яулыҡ алына.Түңәрәк уртаһында бер уйнаусы була,ул уйын барышында гел тубыҡланып йөрөргә тейеш.Түңәрәккә ултырған балалар тубыҡланған уйынсыға һиҙҙермәй генә тубыҡ аҫтынан яулыҡты түңәрәк буйлап шыуҙырып йөрөтә башлайҙар һәм үҙҙәре:Шау-шыу,шыуҙырмаҡ,

Әгәр тапһаң,һин зирәк.

Ҡайҙа йөрөй яулығым

Табырға тырыш тиҙерәк,-

тип ҡат-ҡат һамаҡлайҙар.Түңәрәк эсендәге бала яулыҡты эҙләй башлай.Ә балалар барыһы ла ҡулдарын тубыҡ аҫтына тығып,яулыҡ миндә тигән кеүек ултыралар.

Кемдә яулыҡ табыла, шул түңәрәк эсенә инә,ә теге бала уның урынын ала.Уйын шул рәүешле дауам итә.

Йыр “Аҡ ҡайын” М.Вәлиев музыкаһы,Х.Туфан һүҙҙәре

(Күргәҙмә менән таныштырыу)

Алып барыусы. Афарин,балалар.Беҙҙең байрамыбыҙ аҙағына ла яҡынлашты.

Бына ниндә бай,

Беҙҙең башҡорт халҡының ижады шул тиклем бай.

 

Алып барыусы.

Афарин ,балалар. Бе88е5 байрамыбы8 а8а7ына ла етте. №е8 бигер1к к9п бел13еге8, бейе9г1, йыр7а ла ма3ир3ы7ы8 ик1н. Б1л1к1ст1р! №е8 81 ти881н у6ыр7а

килер3еге8. Белем иле 3е8г1 к9п сер81рен асаса6 1ле. №1р са6 шулай бер81м, татыу, ду4 булы7ы8. !й81ге8 кис1бе88е к9м1к йыр мен1н тамамлайы6. «Бе8 инде х18ер 8ур8ар» йыры.

 

Ҡулланылған әҙәбиәт:

И.Ғ.Ғәләүетдинов.Башҡорт халыҡ балалар уйындары.Өфө, “Китап”,Башҡортостан китап нәшриәте,1987 йыл

Опубликовано: 15.10.2015